-6 °С
Болотло
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 12-14 ноябрҙә республикала ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ була. 13 ноябрҙә урыны менән ҡар һырынтылары көтөлә.
Быйыл ҡар ғәҙәттәгенән 3-5 көнгә һуңыраҡ ята. Һауа температураһы төндә -1,-8, көндөҙ иһә +2,-4 градус була.
Киләһе аҙнаның башында республикала һауа температураһы түбәнәйә башлай.
Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, ноябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.
Фото: artfile.ru