Был турала республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һүҙҙәренсә, 20 декабргә хәтлем муниципалитеттар шыршылар ҡуйыуҙы, боҙ һындарын эшләүҙе һәм яңы йыл ҡаласыҡтарын тантаналы асыуҙы тәьмин итергә бурыслы. Республика властары 1160 боҙ ҡаласығы төҙөргә йыйына (722-һе – майҙандарҙа, 258-е – ихата биләмәләрендә, 174-е – башҡа урындарҙа, 6-һы – яр буйҙарында).
Спорттың ҡышҡы төрҙәрен яратыусылар өсөн 756 һырғалаҡ, 1173 боҙ тауы эшләйҙәр.
«Байрамса биҙәү барышында 2 291 шыршы ҡуйыла: шуларҙың 2145-е – урман ҡупшыҡайы, 146-һы – яһалма. Арт-объекттар һанын бер ярым тапҡырға арттырыу күҙаллана (йәмғеһе 5 мең)», – тине Алан Марзаев.
Уның һүҙҙәренсә, муниципалитеттар араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәлеше һәм боҙ ҡаласығы конкурстары үткәрелә.
Властар ҡала-ауылдарҙы йылдан-йыл матурыраҡ биҙәүҙе планлаштырғайны, ләкин «үҙегеҙ беләһегеҙ, уның ҡайғыһы юҡ», тине Радий Хәбиров.