+2 °С
Ҡар
Республикала бөтәһе 101 мең яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр теркәлгән, тип хәбәр итте вице-премьер — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«Ошо ваҡыт эсендә сирлеләрҙең дөйөм һанынан 89 проценты, йәғни 90 меңгә яҡын кеше һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә иһә 666 пациент. Ете меңдән ашыу кеше — өйҙә, 637 ауырыу стационарҙа дауалана (113-ө ауыр хәлдә)», — тине Максим Забелин.
Уның һүҙҙәренсә, инфекция госпиталдәрендә коронавирусты дауалау өсөн 4 мең урын әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта шуларҙың 22 проценты буш.