Дөйөм мәҡәләләр
24 Ноября 2021, 09:18

Һауа торошо йәнә үҙгәрә

Синоптиктар фаразынса, шаршамбы, 24 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, тиҙлеге — секундына 5-10 метр. Һауа температураһы көндөҙ -8,-13 градус була.

Һауа торошо йәнә үҙгәрәҺауа торошо йәнә үҙгәрә
Һауа торошо йәнә үҙгәрә

Кесаҙна, 25 ноябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ иһә тотош республикала бер аҙ ҡар, айырым райондарҙа буран. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -14,-19, аяҙытҡанда -20,-25, көндөҙ -5,-10 градус.

Йома, 26 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуа, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын. Төндә -6,-11, аяҙытҡанда -16, көндөҙ 0,-5 градус була.

Фото: proprikol.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас