Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ноябрь 2021, 11:02

Төп яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

В.И.Ленин исемендәге майҙанда баш ҡаланың төп шыршыһы ҡуйылды. «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» хеҙмәткәрҙәре урман һылыуҡайын республиканың Благовещен районынан килтергән.

Төп яңы йыл шыршыһы ҡуйылды
Төп яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Шыршының бейеклеге – 35 метр, йәше – 85. Яҡын арала шыршыны биҙәү, майҙанда иһә боҙ ҡаласығын төҙөү башлана, унда Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары урынлаштырыла, шулай уҡ ҙур байрам шарҙары рәүешендә өс арка, йондоҙ һәм ҡар бөртөктәре фигуралары ҡуйыла.

«Эпидемиологик хәлдең насар булыуын иҫәпкә алып, боҙ ҡаласыҡтары һәм шыршылар ҡуйылған майҙансыҡтар, былтырғы менән сағыштырғанда, арттырыла. Әйтәйек, 2019 йылда – 85, 2020 йылда 247 майҙансыҡ булды, быйыл иһә 321 майҙансыҡ булдырыла», – тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Баш ҡаланы байрамса биҙәүҙе 1 декабргә тиклем тамамлау күҙаллана.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: