Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ноябрь 2021, 11:47

«Ул тормошто яратты»

 Туғандары 31 йәшлек яҡташыбыҙҙың үлем сәбәбен белергә теләй.

«Ул тормошто яратты»
«Ул тормошто яратты»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 ноябргә ҡарай төндә 31 йәшлек Кристина Архитектор Кәлимуллин урамындағы йорттоң 18-се ҡатынан ҡолап төшөп һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәл «Уфанет» компанияһының күҙәтеү камераһына эләккән.

 Раҫланмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, быға егете менән араны өҙөүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Был ваҡытта әхирәте уның янында булған, ул Кристинаны ауыр уйҙарҙан арындырырға тырышҡан. Ләкин барыһы ла бушҡа ғына.

Кристинаның бер туған ағаһы әйтеүенсә, ул ишле ғаиләлә тыуып үҫкән: биш ағаһы, ике апаһы бар. Әсәһе күптән вафат, атаһы ауылда йәшәргә ҡалған, бөтә балалары ла тиерлек Белоретта төпләнгән, ә Кристина апаһы менән Өфөлә йәшәгән.

📣 «Хәҙер беҙ алтау. 16 йәшендә ҡустым токтан һуғылып үлгәйне, хәҙер бына һеңлебеҙ. Беҙ, өлкәнерәк балалар, Белоретта тыуғанбыҙ, Кристина Силәбе өлкәһендә донъяға килде. Уның үҙенә ҡул һалыуына ышанмайбыҙ, бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ ине. Ул тормошто яратты! Өфөлә фатир һатып алырға ярҙам иттек, эше, фатиры бар, үҙен ҡарап йөрөнө — барыһы ла тәртиптә ине, — тине Кристинаның бер ағаһы. — Егете менән ташлашыуына килгәндә, мин бер ни ҙә әйтә алмайым. Өфөлә ул күберәк апаһы менән аралашты».

Туғандары Кристинаны Белоретта, өләсәһенең ҡәбере янына ерләгән. Хәҙер уларға Кристинаның үлем сәбәбен асыҡлау мөһим.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: