+1 °С
Ҡар
Төндә 0, -5 градус була. Алдағы ике көндә аномаль йылы һауа торошо һаҡлана. Термометр бағанаһы +3 градусҡа тиклем күтәрелә.
Календарь ҡыштың тәүге көндәрендә йылы ел иҫеүе, ямғыр, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Бындай һауа торошо республикаға йылы һәм яуым-төшөм алып килгән тотороҡло көньяҡ тропик циклондың йоғонтоһо менән аңлатыла.
Көндәрҙең бер аҙнаға яҡын аномаль йылы тороуы көтөлә. 7 декабрҙә иһә Башҡортостанда кинәт -21 градусҡаса һыуыта, тип фаразлай синоптиктар.
Фото: oir.mobi