Был сара киләһе йылдың март башында үҙ көсөнә инә.
Төҙөлөш һәм торлаҡ- коммуналь хужалығы министрлығының ҡарары менән, бынан ары үҙ белдеге менән балконын көпләткән йә быяла ҡуйҙыртҡан кешеләргә штраф янай. Был сара киләһе йылдың март башында үҙ көсөнә инә.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, фасадты биҙәү элементы булараҡ, был үҙгәрештәр бинаның техник паспортына инә. Шуға күрә балконын көпләтергә теләгән һәр кем уны махсус инстанцияла килешергә тейеш. Документта тейешле күрһәтмәләр: балкондың төҫө, күләме, ауырлығы, уны көпләтеү өсөн файҙаланылған материалдар ҙа иҫәпкә алынырға тейеш.
Штраф күләме 5 мең һум.
Фото: minusinsk.bezformata.com