7 декабрҙә 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә ошо хаҡта хәбәр иткәндәр.
«Комплекс хеҙмәткәрҙәре һәм был хәлдең шаһиттары малайҙы тауҙан төшөргән һәм табиптар ҡулына тапшырған», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Баланың хәле тураһында хәбәр ителмәй.
Ведомствола экстремаль ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр. Шлем кейергә, профессиональ спортсыларҙың трюктарын ҡабатламаҫҡа, мобиль бәйләнеш булған урында йөрөргә, телефонды эске кеҫәгә һалырға, арыған саҡта йәки ауыртынған осраҡта спорт менән шөғөлләнмәҫкә, сноубординг һәм тау саңғыһы спорты менән шөғөлләнеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына шыуырға кәрәк.