+3 °С
Болотло
Үткән аҙнала подрядсылар быуанан 140 боҙ плиткәләре килтерҙе. Оҫта рәссамдарҙың ҡулдарында туңған һыу матур һындарға әйләнә. Оҙаҡламай белореттарҙы майҙанда Ҡыш бабай ейәнсәре Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары һәм, шулай уҡ йыл символы – Юлбарыҫ ҡаршы ала.
Бер һынды яһар өсөн бер нисә көн китә. Ә бына Ҡыш бабайҙы һынландырыуға бер аҙна ваҡыт үтә.
Боҙ ҡаласығын вандалдарҙан һаҡлау өсөн майҙанда видеокүҙәтеү урынлаштырылды. Полицияның патруль-пост хеҙмәте һаҡ булдырған.