Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2021, 09:22

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртә

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 16 декабрҙә болотло һауа торошо фаразлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртә

Төндә урыны менән, көндөҙ тотош республикала бер аҙ ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр.

Һауа температураһы төндә -2,-7, көнсығышта -12, көндөҙ -1,-6 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, ҡар, төндә һәм иртән урыны менән томан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: