Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙа 23 сәғәт 51 минутта Туймазы ҡалаһының Чкалов урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар шунда уҡ хәл-ваҡиға урынына ашыға.
Үкенескә ҡаршы, "Ҡыҙыл әтәс" бер ҡатлы ағас йортҡа ҡунаҡлаған һәм фажиғәгә килтергән. Янғын һүндереүселәр утҡа ҡаршы көрәшеп бөткәс, 1974 йылғы ирҙең һәләк булғаны асыҡлана.
Йәнә бер аяныслы хәл төндә Бирҙеғол ауылында теркәлә. Бында ла йорт яна һәм… унда 1960 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.
Ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Ут менән һаҡ булығыҙ! Янғын тигән ҙур бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибар итергә һәм уларҙы һис һүҙһеҙ үтәргә саҡыра.