1. Еләкташ - Белорет районының һоҡланғыс урыны. Рус телендә Малиновка тип йөрөтөлә, уның өс түбәһе бар. Беренсеһендә “Вечный зов” киноһы төшөрөлгән. Тауға балалар менән менеү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Тау башынан Белорет ҡалаһына, Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – Ямантауға, Оло Шылым һәм Ирәмәл тауына хозур күренештәр асыла. Өфөнән 257 саҡрымда ята.
2. Зәңгәргүл — Өфөнән 45 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса ауылы янында урынлашҡан күл. Уның майҙаны — 400 кв.м. Карст убылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Ярҙары бейек булмаһа ла, текә. Күлдең эргәһенән Үҙән йылғаһы аға. Зәңгәргүлгә бер ниндәй ҙә йылға ҡоймай, ә күлдән ағып сыҡҡан һыу 90 метр тирәһе аҡҡандан һуң Үҙән йылғаһына ҡоя. Иҫ киткес матур, һоҡланғыс күренеш. Төрлө яҡтан һалҡын шишмәләр ағып төшөү айҡанлы күлдең йылылығы +4 градустан артмай. Ҡыш көндәрендә лә күл туңмай. Республика сиктәрендәге махсус һаҡланған биләмәгә инә.
3. Шәреташ (Розовые скалы) – Белорет районында Инйәр йылғаһы буйлап урынлашҡан ҡаялар теҙмәһе. Был тәбиғәт мөғжизһен ҡыш көнө лә барып күрергә була. Унда Өфө-Инйәр электричкаһында һәм автомобилдә лә барырға мөмкин.
4. Асҡын боҙ мәмерйәһе. Архангел районындағы оҙонлоғо 104 метрға тиң боҙлоҡ-мәмерйә. Унда мәңгелек туңлыҡ һаҡлана. Эсендә бейеклеге унар метрға еткән боҙ сталагмиттар бар. Өфөнән 150 саҡрымда.
5. Ирәкташ. Белорет районында урынлашҡан бер нисә саҡрымға һуҙылған тау теҙмәһе. Ситтән ҡарағанда фантастик фильм кадрҙарын да, ташҡа әйләнгән аждаһаны ла хәтерләтә.
6. Ирҙәрҙең күҙ йәше шарлауығы. Архангел районының Абҙан һәм Асы ауылдары араһында, һуңғыһынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тәбиғәттең саф һәм таҙа һыуы өсөн туристар үҙ иткән ифрат күркәм бер мөйөшө. Ысынлап та, шарлауыҡтың һыуы тап-таҙа һәм тәмле. Инйәрҙең таш менән ҡапланған һөҙәк яры өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә. Асы шарлауығын урыҫ теленә «Зеркальный», йәиһә «Ирҙәрҙең күҙ йәше» тип тә тәржемә итәләр.
7. Хөсәйенбәк кәшәнәһе, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Шишмә районыны Шишмә ауылының көньяҡ-көнсығышҡа табан Аҡзыярат күленең һыу баҫмай торған киртләсендә урынлашҡан. Кәшәнәнең нигеҙе дүрткел, көмбәҙ менән осланған. Стеналары эзбизташ блоктарҙан һалынған. Ишеге көньяҡта, башҡа яҡтағы стеналарҙа арка формаһындағы тәҙрә уйымдары бар. Туғыҙ ҡәбер асыҡланған, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат ҡәберҙәре өҫтөндә ҡәбер таштары табылған. Болғар тибындағы иртә мосолман ерләү ҡомартҡылары иҫәбенә инә.
8. Саруа күле Башҡортостан Республикаһының Нуриман районының үҙәге Ҡыҙылъяр (Красная Горка) ауылынан 30 саҡрым алыҫлыҡта, Саруа ауылы янында урынлашҡан. Унан шул уҡ исемдәге йылға ағып сыға. 1965 йылда күл тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Убылған карст соҡороноң ауыш каналы төбөндә урынлашҡан воклюз тибындағы һыу сығанағынан барлыҡҡа килгән. Ағып ятыусы күл. Көнсығыш ярҙары текә, таулы, урман менән ҡапланған, көнбайышы — тигеҙ, асыҡ туғай.
Фото: weproject