+7 °С
Ясна
Кисә көндөҙ Өфө-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының Белорет районындағы участкаһында бер йөк машинаһы һәм дүрт еңел автомобильҡатнашлығында авария теркәлде. Һөҙөмтәлә йәрәхәттәр алған алты кешенең өсәүһе бала булған. Уларҙы Белорет үҙәк район клиникдауаханаһына оҙатҡандар.
Ваҡиға урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Дөйөм алғанда, кисәнге өс авария һөҙөмтәһендә ете бала дауаханаға эләккән. Яҡындарын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине.
Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.