Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Ғинуар 2022, 21:44

Авария эштәре тамамланды

Белоретта йылылыҡ трассаһындағы өҙөклөктән һуң, йылылыҡ менән ҡабаттан тәьмин ителә башланы.

Авария эштәре тамамланды
Авария эштәре тамамланды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 ғинуарҙа ҡалала йылылыҡ трассаһында өҙөклөк булыу сәбәпле 980 кеше йылыһыҙ ҡалғайны. Бында барлығы 10 йорт һәм 29-сы балалар баҡсаһы ҡарай. Эшселәр зыян күргән участканы табып, торбаны алыштырған һәм йылы бирелә башлаған.

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итеүенсә, үткән  йылдың йәйендә 138 саҡрымдан  ашыу торба ремонтланған, иң иҫке участкалар алмаштырылған. Быға 30 миллион һум аҡса тотонолған.

– Белоретта торбалар 40-50 йыл элек һалынған. Бөгөн уларҙың 90 проценты тиерлек туҙған. Улар шул тиклем иҫке, хатта ямау һалыр урын да юҡ, – тип яҙҙы ул. Тағы ла Белорет халҡының йылылыҡ өсөн бурысы ҙур – 128 миллионға яҡын булыуын да белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылда Белоретта магистраль үткәргес торбаға –14 саҡрымға капиталь ремонт талап ителә, был маҡсатҡа 330 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.

– Йылылыҡ һүндерелгән осраҡта түләү буйынса сумма элеккесә булыр тип халыҡ борсола. Был улай түгел. Дөйөм йорт приборҙары булмаған йорттарҙа туҡталыу ваҡытына яңынан иҫәпләнәсәк. Ә башҡа йорттарҙа йылылыҡ өсөн түләү ғәмәлдә ҡулланыуға ҡарап иҫәпләнә, - тип аңлатты Андрей Иванюта.

Фото: Андрей Иванютаның сәхифәһенән. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: