Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ғинуар 2022, 10:18

Юбилей уңайынан - әҙәби конкурс

Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының Балалар уҡыу үҙәге башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡованың ижады буйынса конкурс иғлан итте. 

Юбилей уңайынан - әҙәби конкурс
Юбилей уңайынан - әҙәби конкурс

 Был конкурс 24 ғинуарҙан 4 мартҡа тиклем республика китапханасылары, белем биреү ойошмалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында ойошторола.

Конкурс танылған шағирә, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Ситдиҡованың 70 йәшенә арнала. Конкурс өс номинация буйынса үткәрелә.

«Балаларға шиғырҙар»:

- «Мин донъяны өйрәнәм», «Ана килә бәпәй», «Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ», «Машина ниңә «дүрт-дүрт», ти», «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китаптары, «Фән иленә сәйәхәт» китаптары буйынса әҫәрҙәр һәм буктрейлерҙар ҡабул ителә.

«Шиғри әкиәттәр»:

- «Тектек», «Тектектең диңгеҙгә сәйәхәте», «Бүрене еңгән бәрәс», «Бәшмәгестан илендә» әкиәттәре буйынса әҫәрҙәр һәм буктрейлерҙар ҡабул ителә.

«Хикәйәләр, эссе һәм әкиәттәр»:

- «Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ», «Аҡ дөйә һәм Асмандың сүллектәге мажаралары» хикәйәләре, Л.Кэрролдың «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары», Г.Х.Андерсендың «Әкиәттәр һәм тарихтар» әкиәттәре буйынса әҫәрҙәр һәм буктрейлерҙар ҡабул ителә.

Конкурс һорауҙары буйынса мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8 (347) 287-13-34, Гүзәл Маликова. Положение менән сайтта «Проекттар» бүлегендә танышырға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: