-11 °С
Болотло
Белорет–Инйәр–Өфө автомобиль юлы буйлап “Шевроле Нива” машинаһы юлға сыға. Рулдә 70 йәшлек ир ултыра, янындағы пассажир урынында 32 йәшлек ҡатын була.
Трассаның 208-се саҡрымында, ни сәбәптәндер автомобилдең ишеге асылып китә һәм ҡатын хәрәкәт иткән машинанан ҡолап төшә. “Уның йәрәхәттәре ауыр була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул табиптар килгәнсе вафат була”, – ти юл инспекторҙары.
Әле был хәл буйынса тикшереү башланған, эште тәфтиш бүлегенә тапшырғандар.