Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2022, 14:26

Республикала йәнә ҡапыл һыуыта

Синоптиктархәбәр итеүенсә, 4 февралдә ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Республикала йәнә ҡапыл һыуыта
Республикала йәнә ҡапыл һыуыта

Республиканың төньяғында ныҡ итеп ҡар яуа, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Урыны менән буран, боҙлауыҡ, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, урыны менән көрт. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 1,-4 градус була.

Ял көндәрендә һыуыта. Шәмбе һәм йәкшәмбе, 5 һәм 6 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5,-10, аяҙытҡанда -12,-17, көндөҙ -2,-7 градус була.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: