«Ай аҙағына тиклем һәм марттың тәүге көндәрендә Рәсәй биләмәһендә температура норманан юғарыраҡ була. Әгәр илдең Европа өлөшөндә алдағы биш көндә аномалиялар плюс дүрт-биш градус булһа, Көнбайыш Себерҙә, Красноярск крайында — плюс һигеҙ градус, ә иң ҙур аномалиялар — Чукоткала», — тип белдерҙе ул.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 25 февралдә, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3,-2 градус.
Шәмбе, 26 февралдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13, көндөҙ +1,-4.
Йәкшәмбе, 27 февралдә, төньяҡ райондарҙа бер аҙ епшек ҡар яуа, ҡалған биләмәлә яуым-төшөм юҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -6,-11, көндөҙ +1,-4.
Фото: rg.ru