Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Март 2022, 17:38

Уҡыусыларға – ташлама

“Рәсәй тимер юлдары” компанияһы етенсе йыл рәттән 10–17 йәшлек балаларға йәйге каникул мәлендә тимер юл транспортында йөрөүгә юл хаҡының 50 процентына ташлама яһай.

Уҡыусыларға – ташлама
Уҡыусыларға – ташлама

1 июндән 31 авгусҡаса дөйөм һәм плацкарт, 2-се, 3-се класлы вагондарға билетты ярты хаҡына ғына алырға мөмкин. Шулай уҡ ике ҡатлы вагондың купеһына ла ташлама бар.

Фото: orbsteppe.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: