Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Апрель 2022, 15:02

Оҙағыраҡ йәшәйем тиһәң...

Бының өсөн һәр иртән финик ашарға кәрәк. Унда организмға кәрәкле барлыҡ файҙалы матдәләр бар. 

Оҙағыраҡ йәшәйем тиһәң...
Оҙағыраҡ йәшәйем тиһәң...

Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн көн һайын кәмендә 10 емеш ашарға кәңәш итәләр.

Финик – баҡыр, тимер, магний, цинк, марганец, калий, кальций, фосфор, көкөрт, бор сығанағы. Уны даими ашап, ҡанда шәкәр күләмен яйға көйләп була. Пектинға бай финик яман шеште, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын киҫәтергә булышлыҡ итә. Финик ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик файҙалы.

Фото: polsov.com

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: