Үткән быуаттың 70-80 йылдарында Ғайсар Бәхтегәрәй улы илдең иң яҡшы сым һуҙыусыларының береһе була.
Ветерандың хәтерләүҙәре буйынса, тәүге тапҡыр сым һуҙыусы һөнәре тураһында бала саҡында ишетә. Тиҫтерҙәре менән урамда уйнап йөрөгәндә, бер нисә метр еп табып ала, нәҙек булһа ла уны өҙөрлөк түгел. Үҫмер табышты алып ҡайтып атаһына күрһәтә. Атаһы ҡулында әйләндерә лә, был тимер сыбыҡты Белорет заводында сым һуҙыусылар эшләгәнен аңлата. Бәхтегәрәй Аҫылғужин был ваҡытта улының билдәле металлург булып китерен уйлап та бирмәгәндер әле. Ғайсар Бәхтегәрәй улының тормош юлы – намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәт, илһөйәрлек һәм сыҙамлылыҡтың, хәҙерге йәш быуын өсөн сағыу бер өлгөһө ул. Белореттар данлыҡлы улы менән ғорурлана ала.
Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы — хеҙмәт ветераны, 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Ғайсар Бәхтегәрәй улы Аҫылғужин 1944 йылдың 1 ғинуарында Ноҡат ауылында тыуған.
Белеме — урта махсус, 1981 йылда Белорет металлургия техникумын тамамлаған.
1963 йылда Белорет металлургия комбинатында — сым һуҙыусы, 1971 йылдан сым һуҙыу цехы бригадиры булып эшләй.
Ғайсар Аҫылғужин етәкселегендә бригада туғыҙынсы (1971—1975) һәм унынсы (1976—1980) биш йыллыҡтар йылдарында көндәлек норманы 140 процентҡа үтәүгә өлгәшә, ә ун беренсе биш йыллыҡта (1981—1985) уртаса етештереү нормаһы 157 процентҡа еткерелә һәм пландан тыш 100 тонн продукция сығарыла. Бригаданан дүрт сым һуҙыусы шәхси сифат келәймәһе менән эшләй.
Планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәгәне, хеҙмәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн, Ғайсар Бәхтегәрәй Аҫылғужин I дәрәжә (1986), II дәрәжә(1981), III дәрәжә (1975) Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдары менән наградланған.
1990 йылда мастер итеп тәғәйенләнә, 1999 йылда — Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехының өлкән мастеры. 2004 йылда хаҡлы ялға сыға.
Туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ