Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Май 2022, 13:02

Пионерҙар һәр ваҡыт әҙер!

Манышты ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары, ирҙәр ҡоро, ветерандар ойошмаһы берҙәм генә В.И.Ленин исемендәге Бөтә союз пионер ойошмаһының 100 йыллыҡ юбилейын үткәреүгә ихлас ҡушылып, матур байрам ойоштороп ебәрҙеләр.

Пионерҙар һәр ваҡыт әҙер!
Пионерҙар һәр ваҡыт әҙер!

Байрамдың төп өлөшө - тантаналы линейка барыһына ла хуш килде. Дружина советы председателе  Таһирова Рима Ғимадислам ҡыҙы, отряд советтары председателдәре Вәсимә Миһранова, Рәйлә Мөлөкова, Рәлиә Йомағужина пионер ойошмаһы сафтарында күптән тороуҙарына, ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан үҙҙәренең отрядтары менән бөтә атрибуттарҙы шартына килтереп башҡарҙылар. Әйтерһең дә "кисәге" пионерҙар алдыбыҙҙа матур булып формала күҙҙең яуын алып баҫып торалар. Шул осорҙағы йырҙар, шиғырҙар яңыса яңғыраны, бейеү алҡыштарға күмелде.

Тамашаны күптәр тулҡынланып, үҙҙәренең бала саҡтарын иҫкә алып рәхәтләнеп ҡаранылар. Хатта ҡайһыларының күҙҙәренә йәштәр эркелде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: