Дөйөм мәҡәләләр
23 Мая 2022, 11:35

Ҡырау һәм томан фаразлана

Республикала -2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә.

Ҡырау һәм томан фаразланаҠырау һәм томан фаразлана
Ҡырау һәм томан фаразлана

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә, йәшен ваҡытында киҫкен. Һауа температураһы төндә +2,+7, аяҙытҡанда һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +12,+17, көньяҡ-көнсығышта +22 градусҡа тиклем. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан.

Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә бер аҙ ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә. Һауа температураһы төндә +4,+6, көндөҙ +15,+17 градус була.

Фото: gazetabalabanovo.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас