Дөйөм мәҡәләләр
10 Июня 2022, 07:25

Бер нисә район һабантуйҙы икенсе ваҡытҡа күсерҙе

Башҡортостанда бер нисә район һабантуйҙы икенсе ваҡытҡа күсерҙе. Быға туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпсе. Был хаҡта район етәкселәренең рәсми сәхифәләрендә хәбәр ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер нисә район һабантуйҙы икенсе ваҡытҡа күсерҙеБер нисә район һабантуйҙы икенсе ваҡытҡа күсерҙе
Бер нисә район һабантуйҙы икенсе ваҡытҡа күсерҙе

Шәмбе, 11 июндә, республиканың 27 районында һабантуй ойошторолорға тейеш ине. Ләкин Белорет, Благовещен, Бөрө, Бөрйән, Мишкә, Нуриман, Салауат, Шишмә райондары һабан байрамын 11 июндән 18-нә күсерҙе.

Башҡортостанды Каспий диңгеҙенән көньяҡ циклон ҡаплап алды. Әлеге ваҡытта тотош республикала ҡойма ямғырҙар яуыуы күҙәтелә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йылғаларҙың ташыу ихтималлығы тураһында иҫкәртте.

Күрше Силәбе өлкәһендә лә һабантуй уҙғарылмай, сөнки унда ла һауа торошо тотороҡһоҙ.

Автор:Эльвира Хамзина