Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июнь 2022, 12:43

Көндәр ҡасан йылыта

Оҙайлы ялдарҙа ҡулсатырҙар һәм резина итектәр тураһында оноторға ярамай, сөнки йылы һәм ҡоро һауа торошо көтөлмәй.

Көндәр ҡасан йылыта
Көндәр ҡасан йылыта

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская һүҙҙәренсә, алдағы оҙайлы ялдарҙа ҡулсатырҙар һәм резина итектәр тураһында оноторға ярамай, сөнки йылы һәм ҡоро һауа торошо көтөлмәй.

«Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ямғырҙар һаҡлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, киҫкен. Һауа температураһы төндә +8, +13, көндөҙ аяҙытҡанда +17, +22 градус. Ҡала көнөндә, 12 июндә, һалҡын була: һауа температураһы төндә +7, +12 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ +14, +19 градус булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ә 14 июндән көндәрҙең +25 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә, яуым-төшөм кәмей», — тип һөйләне ул «Рәсәй 24. Башҡортостан» телеканалы эфирында.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: