Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Июнь 2022, 12:37

Балаларҙың яҙмышы хәл ителде

Белоретта 32 йәшлек алты бала әсәһен өйҙәш ире туҡмап үлтергән. Хәлдең нисек булғаны, балаларҙың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәт билдәле булды.

Балаларҙың яҙмышы хәл ителде
Балаларҙың яҙмышы хәл ителде

Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 17 июнь төнөндә эскән өйҙәштәр араһында низағ тыуа. 36 йәшлек ир ҡатынды балалары арҡаһында аралашҡан элекке иренән көнләшеп, туҡмай башлай, типкесләй. Меҫкен әсә алған йәрәхәттәренән урында йән бирә.

Ир һаҡ аҫтына алынған, ул ғәйебен таныған. Ә әсәйһеҙ ҡалған алты бәләкәй баланың яҙмышын опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәл иткән. Балаларҙың ҙурына 13 йәш булһа, бәләкәйенә – ике. Әле уларҙы туған тейешле кешеләр алған.

“Бәләкәй балалар нимә булғанын аңламай ҙа ҡалған, улар тыныс ине, уйнап йөрөгәндәр. Өлкән улы йоҡлаған, ә ҡыҙы илаған, уға психологик ярҙам күрһәтелде. Шунда уҡ балаларҙың аталары һәм башҡа туғандары менән бәйләнеш булдырылды, – тигән опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре. – 11 йәшлек ҡыҙыҡай менән 13 йәшлек малайҙың атаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ул һәр саҡ балалары менән бәйләнештә булған, ялдарға үҙенә алған. Фажиғә көнөндә үк ул ике бала атаһына тапшырылды. Алты йәшлек малай менән дүрт йәшлек ҡыҙыҡай шулай уҡ Белорет районында йәшәгән атаһына тапшырылды (ҡатындың икенсе ире). Әлегә ул балаларҙы яҡынса опекаға алды, был ир ҙә балалары менән бәйләнештә булған. Иң бәләкәй ике баланы әлегә аталары яғынан өләсәһе алған”.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың артабан йәшәү урыны буйынса бәхәстәр булмаған, барыһы ла ризалашҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: