Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июнь 2022, 14:58

Төркиәгә авиарейстар арттырылды

Башҡортостандан Төркиәгә авиарейстар аҙнаһына ике осошҡа тиклем арттырылды.

Төркиәгә авиарейстар арттырылды
Төркиәгә авиарейстар арттырылды

Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, хәҙер 100 урынлыҡ SSJ-100 самолеты баш ҡаланан дүшәмбе һәм йома көндәрендә оса башлай.

Киләсәктә программаны аҙнаһына 5 тапҡырға тиклем киңәйтеү күҙаллана, тип белдерҙеләр компанияла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 июндә Өфөнән Истанбулға беренсе даими рейс юлланды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: