+17 °С
Болотло
Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак был хаҡта республика хөкүмәтендә уҙған кәңәшмәлә белдерҙе.
Көҙгө эпидемик күтәрелешкә ҡәҙәр ике ай ғына ваҡыт ҡалды, тип билдәләне ул. «Европа илдәрендә COVID-19 менән ауырыу осраҡтары арта башланы», — тине Анна Казак.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, һуңғы 30 көндә Башҡортостанда ковид менән сирләү осраҡтары 33% кәмегән.
Прививка яһатырға тейешле халыҡтың 116,9 проценты яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын алған, 109,5 проценты иһә уны тулыһынса тамамлаған. Ә 637 мең 698 кеше прививканы ҡабаттан эшләткән.