Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июль 2022, 14:14

"Ғәйепле язаһыҙ ҡалмаҫ"

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баҡалы районында дүрт ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән ҡот осҡос юл һәләкәте буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

"Ғәйепле язаһыҙ ҡалмаҫ"
"Ғәйепле язаһыҙ ҡалмаҫ"

“Баҡалы районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Башҡаса әйтә алмайым, иҫерек ҡәбәхәт, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, медицина тикшереүе үткән, уның иҫерек булыуы раҫланған, Audi A5 автомобилендә дүрт ҡыҙҙы бәрҙергән – уларҙың барыһы ла һәләк булған. Был хәлде шәхси контролгә алам – әҙәм аҡтығы язаға мотлаҡ тарттырыласаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы.

Был хәл ведомство-ара комиссияла тикшереләсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ғөмүмән, иҫерек водителдәргә ҡаршы көрәште көсәйтергә  кәрәк.

Фото: Башинформ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: