Дөйөм мәҡәләләр
8 Августа 2022, 05:38

Республикала эҫе һауа торошо һаҡлана

Алдағы өс көндә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Республикала эҫе һауа торошо һаҡланаРеспубликала эҫе һауа торошо һаҡлана
Республикала эҫе һауа торошо һаҡлана

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ айырым райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 2-7 метр, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +28, +33 градус.

Шишәмбе урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, Башҡортостандың көнсығышында +8. Көндөҙ иһә +28, +33 градус.

Шаршамбы һауа торошо үҙгәрмәй. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, көнсығышта +8-гә. Көндөҙ+28, +33 градус була.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас