Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Август 2022, 15:58

Баланың ғүмере өҙөлдө

Республикала бер көн эсендә 3 кеше, шуларҙың 1-әүһе бала һыуға батып үлде. Ломовка ауылы янында Ағиҙелдә бала батып үлгән. 

Баланың ғүмере өҙөлдө
Баланың ғүмере өҙөлдө

Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итәләр.

Тәүҙә малайҙың шәхесе билдәле түгел ине. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, баланың кәүҙәһен һыуҙан янындағы кешеләр һөйрәп сығарған. Урынға килгән табиптар реанимация сараларын үткәреп ҡарай, әммә ҡотҡара алмайҙар. Кәүҙәне полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.

Бөгөн иртән иһә малайҙың кемлеге асыҡланды. Ул 2010 йылғы үҫмер булып сыҡты. Малай һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында һыу төшкән.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: