Дөйөм мәҡәләләр
12 Августа 2022, 06:09

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон хәбәр иттеСиноптиктар ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте
Синоптиктар ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +21, 2+6 градус, көньяҡта +31 градусҡа тиклем.

Шәмбе башлыса аяҙ була. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +10, 1+5 градус, урыны менән +5 градусҡа ҡәҙәр. Көндөҙ иһә +21, +26 градус, республиканың көньяғында +31.

Йәкшәмбе һауа торошо үҙгәрмәй. Башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +10, +15 градус, урыны менән +5. Көндөҙ +21, +26, көньяҡта +31.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас