Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Август 2022, 16:39

Кемгә яза бирерҙәр

Динә Махиянованың фажиғәле үлеменән һуң Башҡортостандың Тәфтиш комитеты полицияның эшкә яуапһыҙ ҡарауы тураһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Кемгә яза бирерҙәр
Кемгә яза бирерҙәр

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың декабренән 2022 йылдың авгусына тиклем Динә бер нисә тапҡыр эске эштәр органдарына иренең уның һаулығына зыян килтереүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

«Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсегә ҡарата уҙғарылған тикшереү сараларының һәм иҫкәртеү сараларының тулылығы, шулай уҡ зыян күреүсенең ғаризалары буйынса процессуаль ҡарарҙарҙың законлылығы һәм нигеҙлелеге билдәләнә. Һөҙөмтәләр буйынса ваҡытында тейешле саралар күреү өсөн яуаплыларҙың ғәмәлдәренә хоҡуҡи баһа бирелергә тейеш», - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығынан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: