-9 °С
Болотло
Һуңғы ваҡытта урман хужалары кеше йәшәгән урындарҙа йыш күренә башланы. Үткән шәмбе айыуҙы Яҡтыкүлдең курорт зонаһында ла күргәндәр. Ул ваҡытта Әбйәлил районы башлығы социаль селтәрҙәрендә хәбәр иткәнсе, хайуанды аулау өсөн Экология министрлығынан белгестәр сыҡҡан.
Билдәле булыуынса, көҙгә ҡарай ҡырағай хафуандар балаларын һөжүм итергә өйрәтә, ҡышҡылыҡҡа май туплай. Шуға ла улар агрессив була.
Урмандарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмайыҡ!
Фото: ufa.kp.ru