Ветерандар баҡса байлығын: сәскә, йәшелсә-емеш, ҡул эштәрен жюри хөкөмөнә тәҡдим итте.
“Тик ултырмайбыҙ” номинацияһында Светлана Хромова һәм Вера Шайдуроваға етеүсе булманы. Улар төрлө төҫтәге семәр, талдан эшләнгән ҡул эштәрен күрһәтте. “Көҙ байлығы”нда (иң ҙур емеш һәм йәшелсәләр) Альфида Щербакова билдәләнде.
Иң сағыу гөлләмәләр Раиса Волкованыҡы булды, Нина Колесова, Лариса Сухова сәскәләр биҙәлеше менән иң яҡшылары булды. “Йәшел дарыухана” номинацияһында Әлмира Сабироваға етеүсе булманы. Шулай уҡ Наталья Казанцева, Миңлеәхмәт Шәрипов еңеүсе булды, Галина Герасимоваға “Ташасылар һөйөүе” бирелде.
- Ветерандарыбыҙ ошондай сараларҙа ихлас ҡатнаша. Был конкурс та элекке коллегалар менән аралашыу, ижади тәжрибә һәм баҡсасылыҡта өлгәшкән ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә. Артабан да яңы идеяларға этәргес көс бирә. Шөғөлдәр тормошобоҙҙо тағы ла ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итә, - ти БМК-ның ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Рәшиҙә Гәрәева.
Оксана БОРОВЫХ.