Баҡсала эштәрҙең тынып торғаны ла юҡ. Сәскәләрҙе ваҡытында тәрбиәләһең, улар киләһе йылға тағы ла эрерәк һәм матурыраҡ сәскә атасаҡ.
- Күп йыллыҡ сәскәләр – флокс, астра, дельфиниум, ынйы сәскә, ләлә, кәкүк емешен (примула) бүлеп, яңы урындарға ултыртырға ваҡыт. Бөрөләре сәләмәт булған үҫентеләрҙе ултыртығыҙ, ә ауырыуҙарын секатор менән ҡырҡып ташлағыҙ, киҫелгән урынына көл һибегеҙ. Шулай итһәң, ауырымай ҙа, серемәй ҙә. Һәр үҫентене башта марганцовкаға һалып торорға кәрәк. Был ысул ауырыуҙар булмаһын өсөн бик уңайлы.
Баҡсала пиондарҙы бүлеп, күсереп ултыртырға мөмкин. Август аҙағы, сентябрь башы – бының өсөн уңайлы мәл.
Раузаларҙы ҡышҡа әҙерләй башлағыҙ. Кипкән сәскәләрен, ботаҡтарын, ҡыуаҡтыҙ уртаһынан үҫеп сыҡҡан йәш ботаҡтарҙы киҫеп алырға кәрәк. Әгәр ауырыу күренһә, 1 процентлы сода эретмәһе, йәки "Фитосоприн-М" препараты менән эшкәртегеҙ.
Клематис — бик иркә ҡыуаҡ. Уға әле фосфор һәм калий кәрәк: бер ҡыуаҡҡа 0,5 аш ҡалағы суперфосфат һәм калий етә. Киләһе йылда клематис матур һәм эре сәскәләре менән һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, 2 грамм бор кислотаһын бер стакан ҡайнар һыуҙа эретегеҙ һәм, был ҡатнашманы 10 литр һыуға ҡушып, ҡыуаҡҡа һибегеҙ, - тигән кәңәш бирә белгестәр.