Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Сентябрь 2022, 10:43

Керәндән нисек ҡотолорға?

Тамырҙары тәрәнгә китә, әле бынан, әле теге түтәлдән килеп сығып, башҡа йәшелсә-емешкә үҫергә ҡамасаулай. Танышмы? Керән тураһында һүҙебеҙ. Уның тамырҙары 5 метрҙай тәрәнлеккә китә, уны ҡоротоу бик еңел эш түгел.

Керәндән нисек ҡотолорға?
Керәндән нисек ҡотолорға?

Тамырҙарын ҡаҙып алғанда ла бөтөрә алмаясаҡһығыҙ. Һәр киҫелгән тамырҙан яңы үҫемлек тишеләсәк. Көрәк менән өҫкө өлөшөн төпләгәндән һуң, шифер йәки ҡара материал менән ҡаплап ҡуйырға була. Ҡараңғыла бер үҫемлек тә үҫә алмай. Ике сезонда ул тулыһынса ҡорорға тейеш.

Япраҡтарын 8-10 см ҙан артығыраҡ үҫтермәйсә, йәй буйы сабып торғанда, үҫемлек зәғифләнә, ҡышлай алмай. 10 л һыуға 3 кг тоҙ ҡушып һибергә була. Быны сезонға бер нисә тапҡыр эшләргә тура килә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: