Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 4 октябрҙә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә, көндөҙ секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.
5 октябрҙә лә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көньяҡ-көнсығышта +2, -3. Көндөҙ +11, +16 градус.
6 октябрҙә республикала бер аҙ ямғыр яуа, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, көньяҡ-көнсығышта +1. Көндөҙ +9, +14 градус.