Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Октябрь 2022, 11:23

Водитель хөкөм ителгән

Белорет район-ара суды шул төбәктә йәшәгән кешенә асылған енәйәт эшенә үҙ ҡарарын сығарҙы.

Водитель хөкөм ителгән
Водитель хөкөм ителгән

Ул РФ Енәйәйт кодексының 264-се статьяһының 2-се өлөшөнөң "а" пунктына (иҫерек көйөнсә юл хәрәкүте ҡағиҙәләрен боҙоп кешенең һаулығына ауыр зыян килтереү) ярашлы ғәйепләнә.

Суд асыҡлауынса, 2022 йылдың июлендә хөкөм аҫтында булыусы алкоголь иҫереүе хәлендә «Лада Гранта» маркаһы автомобиленә идара итеп уны кюветҡа түңкәргән.

Авария һөҙөмтәһендә пассажирҙың һаулығына ҙур зыян килтерелгән.

Суд аҫтында булыусы енәйәт яһауҙа ғәйебен таныған.

Суд уны 3 йыл һәм 6 айға колония-поселениела иректән мәхрүм итте. Бынан тыш, уға 2 йыл дауамында транспорт сараларына идара итеү тыйылды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: