Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2022, 11:15

Һыуытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ

Республикала алдағы көндәрҙә -7 градусҡа ҡәҙәр ҡапыл һыуытасаҡ, айырым райондарҙа ҡар яуасаҡ. Бының турала Башгидрометцентр хәбәр итә.

Һыуытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ
Һыуытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ

Бөгөн, 24 октябрҙә, Башҡортостанда ямғыр көтөлә, көнсығышта ул ҡар ҡатыш яуасаҡ. Төндә 0,…+5 градусҡаса һыуытасаҡ.

Шишәмбелә, 25 октябрҙә, төндә һәм көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә, айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ  0,…+5, төндә +1,…-4 градус буласаҡ.

Шаршамбыла, 26 октябрҙә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Төндә -7 градусҡаса һыуытасаҡ.

«Башинформ» алдан яҙып үтеүенсә, төбәк ЮХХДИ-һы автоһөйөүселәргә йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырыуға өндәй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: