Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октябрь 2022, 14:18

Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға - хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы

Үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә була. Бында яраланғандар хаҡында ла һүҙ бара — уларға хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусы бирелә.

Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға - хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы
Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға - хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы

 Шулай итеп, үҙ теләге менән махсус операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, Рәсәй хәрбиҙәре кеүек үк, законда билдәләнгән льготалар, социаль ярҙам саралары менән файҙаланырға мөмкин. Был хаҡта Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин пленар ултырышта хәбәр итте. Бынан алда Дәүләт Думаһына ошо мәсьәләне хөкүмәт менән берлектә өйрәнеү бурысы йөкмәтелгәйне, тип иҫкә төшөрҙө ул.

Володин төрлө фракция депутаттарының был мәсьәләне күтәреп сығыуын да билдәләне. «Беҙ ил тураһында уйларға, аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ярышырға түгел, ә берләшергә тейешбеҙ», — тине Дәүләт Думаһы спикеры.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: