+1 °С
Ҡар
Ауылдың ағинәйҙәре, уңған килендәре, ҡыҙҙары картуф алыу эштәрен тамамлағас, күңел асыу, ял итеп алыу маҡсатында ауылдың мәҙәни усағына йыйылды, ҡунаҡтар ҙа саҡырҙы.
Картуфтан бешергән татлы ризыҡтары менән бер-береһен һыйланы. Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған Картуф байрамы уйын-көлкө, йыр- бейеүҙән гөр килеп торҙо ул көндө мәҙәниәт усағы.
Ағинәйҙәр район буйынса төрлө картуф сортын йыйған. Шулай уҡ картуфтан төрлө ризыҡтар, аш-һыу әҙерләгән.