Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ноябрь 2022, 16:22

Алмаз өсөн тауыш бирәйек!

Ҡоҙғон-Әхмәр егете Алмаз Малыбаев "7 егет" реалити-шоуында ҡатнаша. Ул әле дүртенсе урында.

Алмаз өсөн тауыш бирәйек!
Алмаз өсөн тауыш бирәйек!


"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле.  Мәҡәлгә ярашлы, ете башҡорт егете ике аҙна эсендә халыҡ шөғөлдәрен өйрәнеү маҡсатын ҡуя.  "7 егет" проекты ҡатнашыусылары балта оҫталығы, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ серҙәренә төшөндө, тимерҙән, күндән, туҙҙан әйберҙәр, музыка ҡоралдары эшләне, быйма баҫты. Проект мәҙәни традицияларҙы, халыҡ шөғөлдәрен һаҡлау һәм пропагандалауға, шулай уҡ йәштәрҙә тыуған ергә, телгә һөйөү уятыуға йүнәлтелгән. 

Тауыш биреү https://bash.news/konkurs/7eget/2022 сайтында 4 декабргә тиклем бара. 
Конкурсант өсөн тауышығыҙҙы тәүлегенә бер тапҡыр ғына бирә алаһығыҙ. Тәүлек үткәндән һуң, тағы ла шул ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә мөмкин. 

Әйҙәгеҙ, Алмаз өсөн тауыштабырыҙҙы бирәйек! 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: