Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ноябрь 2022, 17:19

Кәбеҫтә тоҙлар мәл

Кәбеҫтә тоҙлау өсөн иң ҡулай ваҡыт етте. 

Кәбеҫтә тоҙлар мәл
Кәбеҫтә тоҙлар мәл

Бының өсөн аҡ төҫтәге, тығыҙ, һуң өлгөрә торған кәбеҫтә (1 кг.), бер-ике кишер алып ваҡлап турарға, 1 аш ҡалағы тоҙ һибеп, еңелсә болғатырға.
Таҙа итеп йыуылған быяла банкаға кәбеҫтәне тығыҙлап тултырырға, өҫтөнә ауыр әйбер баҫтырып 2 көн бүлмә температураһында тоторға.
 Ваҡыты-ваҡыты ағас ҡалаҡ менән тишкеләп, газдарын сығарып алырға.
 Әҙер булыуға, һалҡынға ҡуйып һаҡларға.

Тәмле булһын! 

Файҙалы кәңәштәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: