Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноября 2022, 09:27

Көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 14 ноябрҙә, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар, аҙаҡ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. 

Көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөләКөндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә
Көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә

Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -3, +2 градус.

Шишәмбе, 15 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10, көндөҙ -2, -7 градус.

Шаршамбы, 16 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -18, көндөҙ -5, -10.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас