Мәғариф министры әйтеүенсә, йәмәғәтселек мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен үткәреү кәрәклеген хуплай, быға ихтыяж бар, заман быны үҙе талап итә.
«Мәсьәлә хәл ителде, курстар киләһе уҡыу йылынан индерелә. Республикабыҙҙы ла программаға индерһендәр өсөн ғариза бирҙек. Әлбиттә, бының өсөн байтаҡ аҡса талап ителә. Сөнки тирҙарҙы, ҡоралдарҙы кире ҡайтарырға, мәктәптәрҙең матди базаһын яңыртырға кәрәк», – тине Айбулат Хажин уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән осрашыуҙа.
Башланғыс хәрби әҙерлек курсы 10-11-се класс уҡыусылары өсөн индерелә. Ләкин хәрби әҙерлек, СССР ваҡытындағы кеүек, айырым фән итеп уҡытылмай, ә «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре»ндә өйрәнелә башлай. Яңы программаға ярашлы ике курс асыу күҙаллана, уларҙың береһе – медицинаға, икенсеһе хәрби әҙерлеккә арнала.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Фото: lyubimiigorod.ru