Оборона министры урынбаҫары Татьяна Шевцова Дәүләт Думаһы депутаты Максим Ивановтың һорауына яуап бирҙе. Был хаҡта депутат үҙенең телеграм-каналында яҙған.
«Мобилизацияланғандарға аҡсалата түләүҙәр тәртибе буйынса ведомствонан яуап алдым. Был мәғлүмәтте бөтә Рәсәй белә: һәр айҙың 10-ынан 20-һенә тиклем үткән ай өсөн түләнә. Етешһеҙ яғы — яңы йыл байрамдарына мобилизацияланған ир-егет һәм уның ғаиләһе (ҡатыны, әсәһе, балалары) декабрь өсөн аҡса алып өлгөрмәй. Ошондай хәл булмаһын өсөн Оборона министрлығы декабрь өсөн аҡсаны шул уҡ айҙа 25 декабргә тиклем түләргә хәл итте», — тип яҙҙы Максим Иванов.
Фото: 76.ru