Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь 2022, 15:59

Илеңә имен-һау әйләнеп ҡайт, батыр!

Һәр милләткә һуғыш түгел, тыныслыҡ кәрәк! Мәҡәләмдең геройы ошо кѳндәрҙә бер нисә генә кѳнгә ялға ҡайтҡан, әлеге ваҡытта Украинала алғы һыҙыҡта һалдат булараҡ үҙенең ил алдындағы бурысын үтәгән батыр яугир тураһында.

Украинала барған хәрби операцияла ҡатнашҡандар хаҡында матбуғатта уларҙың исем-шәрифен, ҡайҙан булыуҙарын, яҡын туғандары тураһындағы мәғлүмәтте үҙҙәренең ризалығынан тыш яҙырға  ярамағанлығын иҫәпкә алдыҡ, сѳнки егет исем-шәрифен, ҡайһы ауылдан булыуын күрһәтмәүҙе һораны һәм үҙен Башҡортостандың Аҡ бүреһе тип атауҙы үтенде. 
Ошо кѳндәрҙә  батыр йѳрәкле һалдатҡа 23 кенә йәш тулды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был йәш кенә егет армия хеҙмәтенән һуң Мәскәү яҡтарында контракт буйынса тыныс ҡына хеҙмәт иткәндә, уларҙы февраль баштарында Украина сиге буйына ебәрәләр. Февралдә Украинаға ҡарата иғлан ителгән хәрби операция  башланғас та, улар кире яҡтың хәрби техникаһына, хәрби кѳстәренә тәүгеләрҙән булып ҡаршы тора һәм Рәсәй ғәскәрҙәренә алға барырға мѳмкинлек бирә. Апрель баштарына контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәр менән бергә ул да Украинала төпләнгән нацистарға, дошмандарға, уларҙың баштан аяҡ ҡоралланған хәрби кѳстәренә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай кѳрәшә һәм әлеге ваҡытта ла  тѳрлѳ милләттән булған яугирҙар иңдәренә тѳшкән бурысты намыҫлы үтәй, һалдат антына тоғро ҡала. 
Яҡташыбыҙ, ҡыйыу башҡорт егете йәйен дә бер аҙнаға ялға ҡайтып китә һәм бына ошо кѳндәрҙә уны тағы ла 10 кѳнгә тыуған ауылына ялға ҡайтаралар. Батыр егеттең ялға ҡайтырға йыйыныуы тураһында редакцияға бына күп йылдар инде  "Урал" гәзитенең тоғро дуҫы, ярҙамсыһы булған әсәһе хәбәр итте. 

- Улым ошо кѳндәрҙә ялға ҡайта, уның менән бергә Украинала яу яланында хәрби бурысын үтәгән егеттәргә алып китергә йѳн ойоҡбаштар, бирсәткәләр, йылы кейемдәр, дарыуҙар кәрәк ине. Бер үҙем генә уларҙың был үтенестәрен үтәй алмаҫмын, тип борсолам. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән,
тине.

Үтенес килеп еткән кѳндѳ үк бер нисә ауылдың ағинәйҙәре, егет тыуып үҫкән ауылдың уҡытыусылар коллективы менән һѳйләшеп, эш башлап та ебәрҙек. Шул уҡ кистә мѳрәжәғәт итеүсегә шылтыратып, борсолмауҙарын, яугир егеттәргә гуманитар посылканы йыя башлауыбыҙ тураһында белдерҙек.
Ошо кѳндәрҙә беҙ үҙен Башҡортостандың Аҡ бүреһе тип атаған яугир менән осраштыҡ. Күҙҙәрендә нурлы осҡондар уйнаған, әле үҫмерлеге лә сығып бѳтмәгән, бик тә мѳләйем, аҡыллы фекер йѳрѳткән, йәшлек дәрте менән янып торған яугирға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙек. Яугирҙың әллә ни асылып китмәүен дә аңлайбыҙ, артығын һѳйләргә ярамауын да беләбеҙ.  

- Һалдаттарҙы ялға берәй аҙна-ун кѳнгә ҡайтарып тороу мѳмкинлеге әлегә бар, ти яугир. Ѳсәрләп-дүртәрләп егеттәр ялға ҡайтып киләләр. Яугирҙар фронттың тәүге оборона һыҙығында торалар. Ялға ҡайтҡан ваҡыттарында ла телефондан ѳҙлѳкһѳҙ шылтыратыуҙарға яуап бирәләр. Сѳнки һалдатҡа уның менән бергә яуҙа булғандарҙың ата-әсәһе, туғандары шылтыратып, яҡындарының хәлен һораша, борсола,
ти Аҡ бүре.
- Ә беҙҙең хәлдәр тѳрлѳсә була. Йә алға барабыҙ, йә кире сигенәбеҙ. Ҡайһы бер кѳндәрҙә тыныслыҡ, әммә оҙаҡҡа түгел, беҙгә ҡаршы яҡ ғәскәрҙәренең артиллерияһы кисен һәм иртәнсәк бер аҙға ғына тынып ала. Кѳнѳ-тѳнѳ улар яғынан атып торалар. Беҙ ҙә боҫоп ятмайбыҙ, үҙебеҙҙә булған ҡорал менән яуап ҡайтарабыҙ. Наводка, сәпкә атыу буйынса беҙҙең артиллерия яҡшы эшләй. Әгәр һалдаттар ауырып китһә, яраланһа, беҙҙең янда медицина хеҙмәткәрҙәре бар. Улар беренсе ярҙамды күрһәтә, һуңынан яраның ауырлығына, ауырыуҙың хәленә ҡарап Рәсәйгә йәки Луганск, Донецк халыҡ республикалары ҡалаларында урынлашҡан госпиталдәрҙә дауалайҙар. Дауаланғандан һуң егеттәр кире сафҡа баҫа. Минең менән бергә хәрби контракт тѳҙѳгән егеттәрҙең күптәре контракттары йәйен тамамланыу менән хәрби хеҙмәттән үҙ теләктәре менән китте. Һәләк булғандар ҙа бар... Һуғыш уйын түгел. Хәҙер хәл үҙгәрҙе, ҡатмарлашты тиһәк тә була. Хәрби хеҙмәттән конракт бѳтһә лә, уны ѳҙѳп, китеп булмай. Әлегә беҙгә ярҙамға мобилизацияланған егеттәр килде. Уларҙы беҙ бик шатланып ҡаршы алдыҡ. Тиҙ генә уртаҡ тел табып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, ошо килеп тыуған хәлдә йәшәргә тырышабыҙ. Буш ваҡыттар килеп сыҡһа, сәй ҡайнатып эсеп алабыҙ, күңелле мәлдәрҙе иҫкә алабыҙ, бергәләп эш эшләйбеҙ. Мин командир расчета һымаҡ эште алып барам. Үҙемдең хәрби тѳркѳмгә иң беренсе 5 кеше, аҙаҡ тағы 8 кеше килде. Шул 13 егет менән эш итәм, улар минең ҡарамаҡта. Яугирҙар ѳсѳн яуаплылыҡ минең ѳҫтә һәм уларҙың һаулыҡтары һәм ғүмерҙәре ѳсѳн дә мин яуап бирәм. Беҙ барыбыҙ ҙа бер кәмәлә аҡҡаныбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ һәм бер-беребеҙгә арҡа терәп торабыҙ. Фронт һыҙығы бик ҙур. Ҡайһы ваҡыт беҙ аҙна буйы юлда булабыҙ, бер урындан икенсеһенә күсеп йѳрѳйбеҙ. Иң оҙағы бер урында ике-ѳс аҙна торабыҙ. Окоптар ҡаҙып, йәшәү һәм йәшенер ѳсѳн урындар әҙерләйбеҙ. Яланда ла булдыҡ, күбеһенсә беҙ урман яғындараҡ кире яҡтың баҫымына ҡаршы торабыҙ. Палаткалар ҡормайбыҙ, сѳнки уларҙы дошмандың квадрокоптерҙары тиҙ генә күреп ҡала һәм артиллерияһы юҡҡа сығара. Тѳрлѳ ерҙән һѳжүм алып барғас, беҙҙе бик үк күреп бармайҙар һәм артиллерия атҡан хәлдә лә, беҙгә тейҙерә алмай. Йылғырлыҡҡа һәм башты эшләтергә һуғыш ѳйрәтә. Дошман күрмәһен ѳсѳн урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһына йәшеренергә тырышабыҙ.
Аҡ бүренән гуманитар ярҙамдың барып етеү-етмәүе тураһында һорайбыҙ.
- Гуманитар ярҙам тәүҙәрәк килеп етмәһә лә, йәйге айҙарҙа айына бер, һуңғараҡ ике тапҡыр ала башланыҡ. Был ваҡытта беҙ бик ҡыуанабыҙ, үҙебеҙҙең Рәсәй, Башҡортостан һәм башҡа ѳлкәләр, республикалар халҡына беҙҙе онотмағандары ѳсѳн бик рәхмәтлебеҙ. Аяҡ кейемдәре тиҙ һыуланғанда, алмаш нәскиҙәр, ойоҡбаштар булыу бик шәп инде ул. Йоҡо тоғона тѳрѳнѳп ятҡанда беҙгә килеп еткән ойоҡбаштар, беҙҙе тѳндә йылыта. Тѳрлѳ хәлдәр була, ҡурҡыныс ваҡыттарҙа, ҡабаланып күсенеп йѳрѳгән мәлдә, ҡайһы ваҡыт беҙ әйберҙәрҙе үҙебеҙ менән алып та ѳлгѳрмәйбеҙ. Ә икенсе урынға барып етеүгә гуманитар ярҙам килеп етһә, был ҙур ҡыуаныс инде. Ә күп ваҡыт ул әйберҙәр ут аҫтына эләгә, янып юҡҡа сыға. Беҙ бик үк хәрби кейемдә йѳрѳргә тырышмайбыҙ. Күп ваҡыт халыҡ кейгән ябай кейемдәбеҙ. Сѳнки халыҡ араһына сығып, мәғлүмәт тупларға кәрәк була. Ябай кейемдәге кешеләргә иғтибар ҙа аҙ.
- Һуғыш яланында шайморатовсылар менән осрашырға тура килмәнеме,
тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
- Юҡ, осрашҡаныбыҙ булманы. Әммә апрель-май айҙарында Башҡортостандан яҡташтарымды осраттым. Беҙ юлда китеп барғанда, ялға туҡталдыҡ һәм "Яугир", "Бабай" тип яҙылған, ҡурай тѳшѳрѳлгән хәрби техникалар туҡталды. Егеттәр янына йүгереп килеп һаулыҡ һораштыҡ, фото тѳшѳп, кемдең сәйе, кофеһы бар шулар менән һыйланып, ҡыуанып, ҡосаҡлашып, аралашып алдыҡ. Күңелдәр күтәрелеп китте,
ти яугирыбыҙ.
- Ашарға беҙ үҙебеҙ бешерәбеҙ. Аллаға шѳкѳр, бына яңыраҡ беҙҙең командаға мобилизацияланған ашнаҡсы килде. Ул 15-16 йыл ресторанда ашнаҡсы булып эшләгән. Ябай ресторанда түгел, ә үҙе әйтеүенсә, элитный ресторанда. Уның ҡулы оҫта, тәмле бешерә, егеттәр менән уның бешергәнен кѳтѳп алабыҙ. Ул беҙгә килеп эләккәнгә бик шатбыҙ. Аҙыҡ-түлекте биреп торалар, гуманитар ярҙамды ла эләктерергә тырышабыҙ. Һуңғы ваҡытта беҙгә яңы хәрби техника менән ярҙам итәләр. Бер-ике ай эсендә бронле, кѳслѳ техника килә башланы. Рәсәй истребителдәр авиацияһы, алыҫҡа атыусы артиллерия туптары һалдаттарға ярҙамға килә, квадрокоптерҙарҙың да ярҙамы баһалап бѳткѳһѳҙ. Шуның ѳсѳн яугирҙарҙың рухтары күтәренке. Украиналағы хәрби операцияның мәжбүри сара булыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ. Дошмандарҙы ѳңѳндә юҡҡа сығарырға, беҙҙең илгә яҡын ебәрмәҫкә кәрәк икәнен һәр рәсәй һалдаты аңлай. Иң мѳһиме Украина еренә лә, Рәсәйгә лә тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Беҙ шуның ѳсѳн кѳрәшәбеҙ,
тине Аҡ бүре.
Беҙҙең һѳйләшеүҙән һуң ике кѳн үткәс, яугирыбыҙ тағы Украинала, яугирҙары янында ине инде. Беҙ егеттәрҙең иҫән-һау тыуған әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, сәләм ебәрҙек.
- Һеҙҙең изге теләктәрҙе, һүҙҙәрҙе яугирҙарға еткерҙем, беҙҙең рух тағы ун тапҡырға артты. Еңеү беҙҙең яҡта булыр, беҙгә ярҙам ебәргән кешеләрҙең ышаныстарын аҡларбыҙ,
тигән СМС килде Аҡ бүренән.

Шулай булырға яҙһын. Тамамланһын был бер кемгә лә кәрәкмәгән ҡан ҡойош. Батыр яугирҙарыбыҙ иҫән-һау илебеҙгә әйләнеп ҡайтһын, ергә тыныслыҡ килһен, яуыз, ҡара йѳҙлѳ һуғыш туҡтаһын.  

Бер нисә кѳн эсендә яугирыбыҙҙың ҡайтыуына хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйылды. Кемдер ярҙамды аҡсалата тапшырҙы, ағинәйҙәр йѳн иләп ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләй һалды. Йылы термо кейемдәр, балаклавалар, йылы шапкалар, гигиена саралары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа яу яланында кәрәк булырҙай әйберҙәр тупланды. Редакция мѳрәжәғәт иткән бер кем дә был изге эштән ситтә ҡалманы. Хатта ошо турала ишетеп ҡалған райондаштарыбыҙ үҙҙәре килеп ярҙам ҡулы һуҙҙы. Барыһының да бер теләк: ир-егеттәребеҙ ғаиләләренә, ҡатындарына, балаларына иҫән ҡайтһын.  
Яугирыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, райондашыбыҙға һәм уның яуҙа ҡалған хеҙмәттәштәренә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡандарға, ҡаланан Фәймә Асылғужина-Вәлиева, Тимер юлы ауылы ағинәйҙәре Зәйлә Хәлилова, Флүрә Ғарипова, Мѳнирә Мѳхәмәҙиева, Клара Вәлиева, Гѳлсинә Мәғәфүрова, Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Фаягѳл Сәйғәфәрова, Зәкинә Ғәлимова, Мәрйәм Салауатова, Ишбикә Исламова, әсәле-уллы Ира һәм Илдар Мәғрүповтар, Рима Мѳхәмәтова, Сәфәрғол ауылынан  Хѳснә һәм Закир Сәмсетдиновтар,  Флүзә Янбаева, Гѳлсиә Мѳхәмәтова, Манышты ауылынан Зилира һәм Хан Хафизовтар, Райхана Хәсәнова, Рәйфә Әлибаева, Вәсимә Миһранова, Рәйлә Мѳлѳкова, Зилә Сәмсетдинова, Рима Сәмситдинова, Миңһылыу Сәғитова, Альбина Хәбиәхмәтова, Лилиә Хәсәнова, Мәрйәм Кѳлсѳбаева (Кульчубаева), Рәшиҙә Байрамғәлина, Зилә Байрамғәлина, Рәзидә Исҡаҡова, Рима Таһирова, Фәнүзә Абдрахманова, Баныу Илһамова, Лилиә Мәхмүтова, Сѳмгѳл Юламанова, Гѳлназ Солтанова, Альбина Сәитғәлина, Рәлиә Йомағужина, Зѳбәржәт Фазылова, Әнисә Абдрахманова, Сажидә Йомағужина, Зәбирә Байрамғәлина, Илгизә Юламанова, Рафиға Ғилманова, Альмира Мәдйәрова, Динара Киранова, Дилә Ғѳбәйҙуллина, Солтанова Валентина, Рәсилә Билалова, Салауат хәҙрәт Мораҙымов, Али хәҙрәт һәм  Нәйлә ханымға, бигерәк тә беҙҙең телефон аша бәйләнешкә инеп яугирҙарға йылы әйберҙәр йыйыу үтенесе менән шылтыратыуыбыҙҙан һуң ошо изге эште халыҡҡа еткереп күтәреп алған Маныштынан ағинәйҙәр етәксеһе Зилә Сәмсетдинова, уҡытыусылар коллективы, Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Фаягѳл Сәйғәфәрова, Тимер юл ауылынан ағинәй Зәйлә Хәлилова, "Урал" гәзите хеҙмәткәрҙәре Нурдидә Ғарипова, Эльвира Хәмзина, Зѳлфирә Сѳләймәноваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 
Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Фаягѳл Ҡасим ҡыҙы һәм Мансур Хәсән улы Сәйғәфәровтарға ѳйҙәрендә әйберҙәр туплап, яугир менән осрашырға мѳмкинлек биргәндәре ѳсѳн ҙур рәхмәтлебеҙ. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: