Дөйөм мәҡәләләр
21 Ноября 2022, 05:40

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон әйтте

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 21 ноябрҙә, төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. 

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон әйттеРеспублика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон әйтте
Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон әйтте

Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10, урыны менән -15 градус.

Шишәмбе, 22 ноябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, урыны менән -20, -25 градус. Көндөҙ - 6,-11, республиканың көнсығышында -15 градусҡаса һыуыта.

Шаршамбы, 23 ноябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14 градус, урыны менән 22 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. Көндөҙ -5, -10 градус.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас